📌📌 2026 йылдың 1 июленән йөк транспортына Өфөнән Затон күпере аша сығыу, шулай уҡ Дим... — 2 июля 2026 г. в 04:41:08.033
📌📌 2026 йылдың 1 июленән йөк транспортына Өфөнән Затон күпере аша сығыу, шулай уҡ Дим күпере аша инеү һәм сығыу, тыйыла ▶️ Өфө хакимиәтенән был сараның ни өсөн кәрәклеген аңлаттылар: Тыйыу сараһы күперҙәр аша транзит йөк транспорты ағымын кәметергә, күпер ҡоролмаларын төҙөк хәлдә һаҡлап ҡалырға һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген нығытырға мөмкинлек бирәсәк. Был ҡарарҙы хәүефһеҙлек буйынса ведомство-ара ҡала комиссияһы ҡабул итте. Сикләү ауырлығы 3,5 тоннанан ашыу йөк транспорты өсөн билдәләнгән. Әммә иҫкәрмәләр бар: ⤵️ ✔️ Автобустар – улар өсөн бүленгән һыҙат ҡала. ✔️ Эш буйынса Базис үткәүеленә йүнәлгән йөк машиналары. ✔️ Өфөнөң Ленин, Совет һәм Октябрь райондары ҡар базаһынан ҡар ташыусы техника. Хәрәкәт схемаһын үҙгәртеү даими нигеҙҙә (мөҙҙәтһеҙ) индерелә. ❓Урау юл тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан табырға? Төп участкаларҙа Рихард Зорге, Галле һәм Пархоменко урамдарында, Өфө – Аэропорт трассаһында (Дим шоссеһына боролор алдынан), «Лель» кафеһына боролор алдынан, Үҙәк һәм Хәҡиҡәт урамдарында, «Яркий» биҫтәһенән сыҡҡанда – урау маршрут күрһәтелгән билдәләр ҡуйылған. 🔖 Водителдәргә кәңәштәр. Юлға, яңы сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып, алдан әҙерләнегеҙ, башҡа төрлө маршруттарҙы өйрәнегеҙ. Яңы юл билдәләре менән мәғлүмәт таҡталарына иғтибар итегеҙ. Транспортығыҙ сикләнгән категорияларҙың береһенә ҡарай икән, үҙегеҙ менән үтергә рөхсәт раҫланған документтар булһын.

