📌📌 “Сәләмәтлек поездары" Башҡортостан буйлап хәрәкәтен дауам итә. 13-19 июлдә улар Ба... — 13 июля 2026 г. в 10:34:32.253
📌📌 “Сәләмәтлек поездары" Башҡортостан буйлап хәрәкәтен дауам итә. 13-19 июлдә улар Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Мәләүез һәм Саҡмағош райондарына килә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Табип белешмләре бушлай, ҡабул итеү ғәмәлдәге сират тәртибендә алып барыла. Үҙегеҙ менән паспорт һәм ОМС полисын алырға онотмағыҙ. Тораҡ пункттары һәм килеү даталары менән тулы расписание – карточкаларҙа. “Сәләмәтлек поездары” табиптарының нисә тикшереү үткәргән һәм ниндәй сирҙәр асыҡлағанын Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы битләүендә белергә мөмкин. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

