📌📌 МХО яугирына нисек Рәсәй почтаһы аша посылка ебәрергә? Рәсәй Почтаһының бөтә бүлек... — 7 сентября 2026 г. в 04:25:22.908
📌📌 МХО яугирына нисек Рәсәй почтаһы аша посылка ебәрергә? Рәсәй Почтаһының бөтә бүлексәләрендә махсус хәрби операция биләмәһенә саҡырылған хәрбиҙәргә бушлай посылкалар һалырға мөмкин. 📦 Нисә тапҡыр ебәреүгә ҡағылышлы сикләүҙәр юҡ, әммә һәр посылканың ауырлығы 10 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Адресын нисек күрһәтергә: ⤵️ 📨 тышына алыусының исем-шәрифен (төп килештә), ғәскәри частың биш һанлы номерын һәм адресын яҙырға кәрәк – Мәскәү ҡалаһы, 103400. Ебәреү тәртибе: ⤵️ ✔️ Почта бүлексәһенә посылканы асыҡ килеш килтерергә. ✔️ Һалынған әйберҙәр исемлеген ике данала әҙерләргә – әйбер атамаларын һәм уларҙың һанын барлап сығырға (хаҡы кәрәкмәй). ✔️ Беренсе исемлекте посылка эсенә һалырға, икенсеһен үҙегеҙҙә ҡалдырырға. ✔️ Оператор посылкалағы әйберҙе исемлек менән сағыштыра һәм ҡумтаны хеҙмәт скотчы менән мөһөрләй. Нимәләр ебәрергә ярамай: ⤵️ ✔️ иҫерткес эсемлектәр, аккумуляторҙар, пауэрбанктар, литийлы батареялар, гильзалар, дары( шул иҫәптән металл төргәктә йәки шешәләрҙә), күҙ ҡарамағына танылмаҫ әйберҙәр( мәҫәлән, тамғаланмаған һауыттар), башҡа тыйылған әйберҙәр исемлеге – Рәсәй Почтаһы сайтында: vk.cc/d1gItO ❗ Сикләүҙәр: дарыуҙар – бер посылкала 10 төргәктән артыҡ ярамай, шыйыҡсалар – 2 литрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш. 📍 Посылка һалыр өсөн иң яҡын бүлекте картала ҡарағыҙ: vk.cc/4WkfKx #МинторгРБ #Комфортныйрегион #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #СВО

