🩺Сәләмәтлек поездарының 2026 йылдың 18 майынан 24-нә тиклемге графигын уртаҡлашабыҙ – ... — 18 мая 2026 г. в 10:44:37.834
🩺Сәләмәтлек поездарының 2026 йылдың 18 майынан 24-нә тиклемге графигын уртаҡлашабыҙ – Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Киләһе аҙнала бушлай табип белешмәләре Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Бүздәк, Дыуан, Кушнаренко, Стәрлебаш һәм Учалы райондары халҡына күрһәтелә. Алдан яҙылырға кәрәкмәй – табиптар ғәмәлдәге сират тәртибендә ҡабул итә. Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алығыҙ. Тулы расписаниены Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында ҡарарға мөмкин: vk.cc/cp95h8 Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Сәләмәт булығыҙ!

