🩺Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. — 10 мая 2026 г. в 12:12:31.845
🩺Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. 2026 йылдың 11-17 май көндәрендә сәләмәтлек поездары Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Дыуан һәм Учалы райондарына, шулай уҡ Нефтекама ҡалаһына ҡараған ауылдарға юллана. Төпкөл төбәктәрҙең халҡы табиптар менән бушлай кәңәшләшә аласаҡ. ✔️Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Бер ниндәй алдан яҙылыу юҡ, сират буйынса үтегеҙ. Шул мөһим: үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалауы полисын (полис ОМС) алырға кәрәк. 🗺️Карточкаларҙа киләһе аҙнаға маршруттар. Ә тулы теҙмә – республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында: vk.cc/cp95h8 Күршеләрегеҙгә һәм туғандарығыҙға әйтегеҙ! Айырыуса дауаханаларға һирәк йөрөүселәргә.

