🩺Башҡортостанда МХО ветерандары диспансеризацияның беренсе этабын бер көндә үтә ала. — 13 июня 2026 г. в 09:29:32.242
🩺Башҡортостанда МХО ветерандары диспансеризацияның беренсе этабын бер көндә үтә ала. Тикшереүҙәр йәшәгән урыны буйынса поликлиникала үткәрелә. Барыһы ла оҙаҡ көтмәҫ өсөн ойошторолған. Ғәмәл бер ҡабат килеүгә иҫәпләнгән. 👨🏻⚕️Тәүҙә – анкета һорауҙарына яуап биреү һәм төп тикшереүҙәр. Талап ителһә – тәрән диагностика. Табиптар тармаҡ белгестәргә (кардиолог, невролог, хирург һәм башҡаларға) ебәрә һәм өҫтәмә тикшереүҙәргә йүнәлтә ала (мәҫәлән, УЗИ йәки башҡа). Әгәр йәрәхәттәр, яраланыу, контузиялар булһа – тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарап реабилитацияға, шифаханала дауаланырға, медицина-социаль экспертизаға йүнәлтмә биреүҙәре мөмкин. Был мөмкинлек тураһында яҡындарығыҙға һәм дуҫтарығыҙға әйтегеҙ. Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итәйек!

