🚑Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. 20-26 июлдә "С... — 20 июля 2026 г. в 09:26:13.723
🚑Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. 20-26 июлдә "Сәләмәтлек поездары" Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Нуриман, Федоровка һәм Саҡмағош райондарына юллана. Табип консультацияһы бушлай, ҡабул итеү тере сират тәртибендә алып барыла. Үҙегеҙ менән паспорт һәм ОМС полисын алырға онотмағыҙ. Тораҡ пункттар һәм көнө күрһәтелгән тулыраҡ мәғлүмәт - карточкаларҙа. «Сәләмәтлек поездары» табиптары нисә кешене тикшергән һәм ниндәй ауырыуҙар асыҡлауын Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы битендә белергә мөмкин (vk.ru/wall-172931669_83562). Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Һау булығыҙ!

