“Сәләмәтлек поездары" Башҡортостан буйлап хәрәкәтен дауам итә. — 13 июля 2026 г. в 08:33:48.110
“Сәләмәтлек поездары" Башҡортостан буйлап хәрәкәтен дауам итә. 13-19 июлдә улар Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Мәләүез һәм Саҡмағош райондарына килә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Табип белешмләре бушлай, ҡабул итеү ғәмәлдәге сират тәртибендә алып барыла. Үҙегеҙ менән паспорт һәм ОМС полисын алырға онотмағыҙ.

