«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау м... — 1 июня 2026 г. в 11:38:35.721
«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылда «сәләмәтлек поездары»нда МХО-ла ҡатнашыусы 60 һәм улар ғаиләләренән 670 кеше тикшереү үткән. Быйыл акция башланғандан алып табиптар 62 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән һәм 17 477 тикшереү (шул иҫәптән 8 081 флюорография, 5 008 маммография һәм 4 388 УЗИ) үткәргән. Тәүгә 3 948 сир диагнозы ҡуйылған, шуларҙың 74-ендә яман шеш шиге бар. 1 258 пациентта хәүеф билдәләре асыҡланған — ҡан баҫымы, холестерин, ҡанда глюкоза кимәле юғары һәм артыҡ ауырлыҡ. 🚑 Маршруттар 2026 йылдың 1 июненән 7-һенә тиклем «Сәләмәтлек поездары» Учалы, Әбйәлил, Дыуан, Дүртөйлө, Бүздәк, Стәрлетамаҡ, Кушнаренко һәм Архангел райондарына килә. Был райондарҙа йәшәүселәр табип белешмәһен бушлай аласаҡ. Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Алдан яҙылырға кәрәкмәй — тере сират тәртибендә килегеҙ. Иң мөһиме, үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалау полисын алығыҙ. Йәйҙең тәүге аҙнаһында «сәләмәтлек поездары» ҡайҙа һәм ҡасан буласаҡ — карточкаларҙа ҡарағыҙ. Тулы расписание — республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында: vk.cc/cp95h8 Күршеләрегеҙгә һәм туғандарығыҙға әйтегеҙ! Айырыуса, поликлиникаларға һирәк йөрөүселәргә.

