Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 81 йыллығын байрам итеүгә арналған тантаналар район үҙә... — 4 мая 2026 г. в 12:07:27.246
Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 81 йыллығын байрам итеүгә арналған тантаналар район үҙәгендә, йылдағыса, 9 май көнө үтә. Ә ауылдарҙа байрам саралары 8 майға тәғәйенләнгән. 9 майҙа билдәһеҙ һалдат һәйкәле янындағы мәңгелек ут эргәһендә почетлы ҡарауыл ҡуйыласаҡ. Төп саралар Ленин урамының мәктәп тапҡырындағы өлөшөндә барасаҡ: техникалар (мотоциклдар, УАЗ) үтәсәк, артабан – парад (барабансылар, хәрби-интернационалистар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткәндәр, уҡыусылар, полиция, янғын һағы хеҙмәткәрҙәре парадта үтә), мәктәп алдындағы майҙанда митинг, һалдат һәйкәленә сәскәләр һалыу. Байрамға сыҡҡан халыҡ “Һалдат бутҡаһы”нан ауыҙ итә ала. “Иң яҡшы “Һалдат бутҡаһы” хәрби-ялан ашханаһы” конкурсы ла ойошторола. Ветерандар аллеяһын ҡарарға мөмкин буласаҡ. Халыҡҡа бай программалы байрам концерты ла тәҡдим ителәсәк. Еңеү байрамы хөрмәтенә автоуҙыу ойоштороласаҡ. Сауҙа, дөйөм туҡланыу нөктәләре эшләйәсәк. Байрамға рәхим итегеҙ! (0+)

