❄️❄️Башҡортостанға көслө ҡарлы циклон яҡынлай - 11 ғинуарға шундай прогноз бирә Башгидр... — 10 января 2026 г. в 17:25:47.478
❄️❄️Башҡортостанға көслө ҡарлы циклон яҡынлай - 11 ғинуарға шундай прогноз бирә Башгидрометүҙәк синоптиктары. Төндә көслө ҡар яуыуы көтөлә. Бигерәк тә көньяҡ-көнбайыш райондарҙа күп яуыр тип күҙаллана. Юлдарҙы ҡар һырынтыһы ҡаплай. Һауа температураһы төндә -9..-11 градус, көндөҙ -4...-8 градусҡа тиклем күтәрелә. Көньяҡ-көнсығыштан иҫкән ел төньяҡ-көнбайыш йүнәлешен ала. ‼️Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Ләйсән Үтәғолова фотоһы. 🌀Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

