🌊Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек айлығы башланды. — 2 июня 2026 г. в 09:04:01.756
🌊Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек айлығы башланды. Иҫкәртеү операцияһы июнь аҙағына тиклем дауам итә. Ҡотҡарыусылар һыу ингән кешеләрҙең именлеген һаҡлау бурысын ҡуя. Айлыҡ барышында йылға һәм күл буйҙарында рәсми пляждар, ял итеү урындары асыу, уларҙың эшен тәьмин итеү ҡарала. Унда ҡотҡарыу постары эшләй, балалар өсөн инфраструктура булдырыла. Һыу инеү тыйылған урындарға мәғлүмәт ҡуйыла. Ял һәм байрам көндәрендә ҡырағай пляждарҙа ҡотҡарыусылар һәм мобиль төркөмдәр эшләй. Полиция, махсус комиссия һәм ирекмәндәр рейд уҙғара.

