МКУ Отдел культуры администрации МР Бурзянский район РБ
Образование · 21 декабря 2025 г.
Бөгөн республикала Күп балалы ғаилә көнө билдәләнә. Ул ғаилә абруйын арттырыу, күп бала... — 21 декабря 2025 г. в 12:34:51.047
Бөгөн республикала Күп балалы ғаилә көнө билдәләнә. Ул ғаилә абруйын арттырыу, күп балалы ғаиләләрҙең йәмғиәттәге ролен билдәләү, өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә ихтирам белдереү маҡсатында булдырылған. Байрам уңайынан районыбыҙҙың ишле ғаиләләрен ихлас күңелдән тәбрикләйем. Бала бағыу - ул оло яуаплылыҡ, ҙур хеҙмәт. Шуға ла балаларына матур тәрбиә-белем биреп лайыҡлы улдар, ҡыҙҙар үҫтергән, йылы ғаилә усағын булдырған, бар яҡтан да матур өлгө булырлыҡ райондаштарыбыҙ менән һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ. Киләсәктә лә берҙәм, татыу, ишле ғаиләләр күберәк булһын. Хөрмәтле райондаштар! Байрам менән ҡотлайым. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем. Һәр саҡ балаларығыҙ һеҙҙе ҡыуандырып ҡына торһондар! Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин

