1 июндән 8 июнгә тиклем башҡорт халҡының героик эпосы «Урал батыр»ға арналған декада үт... — 8 июня 2026 г. в 11:12:55.105
1 июндән 8 июнгә тиклем башҡорт халҡының героик эпосы «Урал батыр»ға арналған декада үтте. Декада барышында балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә эпостың геройҙары, йөкмәткеһе менән танышыу, йәнһүрәт ҡарау ойошторолдо, сәхнәләштереү, викторина, квест, төрлө уйындар уҙғарылды. 8 июнь «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексында "Урал батыр" эпосы көнөнә арналған “Йәшәһен Урал батыр рухы” исемле мәҙәни сара уҙғарылды. Арҡауыл, 1-се һанлы Малаяҙ ауылы мәктәбе уҡыусылары тарафынан эпосты сәхнәләштереү һәр кемдең күңелендә яҡшы уйланыуҙар уятты. Эпосты яттан һөйләүсе балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, сәсәндәр һәм тамашасылар әҫәрҙең бөйөклөгөн һәр тыңлаусының күңеленә еткерҙе. #Уралбатырэпосы #ДеньэпосаУралбатыр2026

