Атта йөрөү күңелгә тыныслыҡ, тәнгә шифа бирә💯 — 5 июня 2026 г. в 12:56:23.509
Атта йөрөү күңелгә тыныслыҡ, тәнгә шифа бирә💯 Атта йөрөүҙең шифалы көсө тураһындағы тарих Эскулап, Әбүғәлисина, Гиппократ йәшәгән боронғо замандарҙан уҡ килә. Улар ат атлауын һатта аҡылға зәғиф һәм психик ауырыуҙарға дусар булған кешеләргә кәңәш иткәндәр. Сөнки ат өҫтөндә йөрөү кешене яман уйҙарҙан азат итә, күңелгә һыҙланыуһыҙ тыныслыҡ һәм гармония бирә. Кешене аттың ритмиҡ хәрәкәте дауалай. Атҡа ултырып йөрөгәндә, кеше бер үк ваҡытта өс төрлө хәрәкәт яһай: алға-артҡа, уңға-һулға һәм өҫкә-аҫҡа. Шундай тәбиғи күнегеүҙәр кешенең умыртҡа бағанаһын, арҡа һәм бәсәй (оса) һөйәге мускулдарын шомарта, һауыҡтыра. Ат өҫтөндә эйәрһеҙ йөрөү аеруса файҙалы. Сөнки аттың тән температураһы кешенекенә ҡарағанда юғарыраҡ. Шушы йылылыҡ аша аяҡтарға йүнәлтелгән массаж хәрәкәттәре мускулдарҙы йомшарта, ныҡлы ял иттерә. Атта йөрөү йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, ашҡаҙан-эсәк юлының хроник ауырыуҙарын, таяныс-хәрәкәт аппараты боҙолоуҙарын, сколиоз, остеохондроз һәм бәүел юлы ҡаҡшауҙарын дауалағанда ҙур ярҙам итә. Бынан тыш, аттар менән аралашыу интеллектты үҫтерә, аралашыу һәләтен асып, белемгә омтылышты арттыра. Беҙҙең районда инде күп йылдар дауамында «Аргамаҡ» ат спорты комплексы уңышлы эшләп килә. Бында теләүселәр, табип рөхсәте менән, махсус дауаланыу курстарын үтә ала. Иҫкә төшөрөп үтәбеҙ: Дүртөйлө районында 4 июль көнө «Ҡанатлы Ат» фестивале уҙасаҡ. Унда «Аргамаҡ» комплексының аттары ла сығыш яһаясаҡ. Йәнгә илһам, күҙгә ҡыуаныс алыр өсөн соҡланырға килегеҙ, дуҫтар! Һау-сәләмәт булығыҙ!🙏 #Дюртюли #КанатлыАт #ДюртюлиКанатлыАт #КСКАргамак

