8 июнь — «Урал батыр» эпосы көнө. — 8 июня 2026 г. в 12:04:41.842
8 июнь — «Урал батыр» эпосы көнө. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса 8 июнь Башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр» көнө тип иғлан ителде. Байрам Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән 2025 йылда башҡорт фольклор мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу, милли үҙенсәлекте нығытыу һәм боронғо башҡорт һүҙ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн булдырылды. 1 июндән алып 8 июнгә тиклем белем биреү учреждениеларында "Урал батыр" эпосы буйынса саралар үтте. Балаларҙың йәйге лагеры сиктәрендә ойошторолған сараларҙа уҡыусылар эпосты сәхнәләштерҙе, геройҙары менән таныштылар, эстәлеген өйрәнделәр,эпос буйынса төшөрөлгән йәнһүрәт ҡаранылар. Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр, ижади осрашыуҙар, оҫталыҡ кластары, флешмобтар, милли уйындар үткәрелде. #ДеньэпосаУралбатыр2026 #Уралбатырэпосыкөнө2026

