1-2 апрель Әлшәй районында "Башҡортостан ынйылары" республика конкурсы уҙғарылды. Был к... — 3 апреля 2026 г. в 06:19:36.846
1-2 апрель Әлшәй районында "Башҡортостан ынйылары" республика конкурсы уҙғарылды. Был конкурста Ҡашҡар мәктәбе "Нурлыҡай" балалар ижади төркөмө "Яҡташ шағир, уҡытыусы, яугир Төхвәт Мораттың яҡты иҫтәлегенә" эҙләнеү-тикшеренеү эше буйынса сәхнәләштереү менән сығыш яһаны. Уҡыусыларыбыҙ "Тел мәҙәниәтен һаҡлау" номинацияһында еңеү яулап, Мәғариф һәм фән министрлығының Дипломы менән бүләкләнде. Юлгилдин Илһам "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге төбәк-ара башҡорт йәмәғәт ойошмаһың "Оҫталыҡ сере" номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде. Ҡоләмбәтова Вәсилә "Туған телдә тасуири һөйләү" номинацияһында еңеп "Йәншишимә" Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. "Нурлыҡай" балалар ижади төркөмөн уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм уларҙың етәкселәре Ләйсән Зөфәр ҡыҙына, Раушания Мир ҡыҙына рәхмәт белдерәбеҙ!

