26 март М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының тамаша залында "Б... — 27 марта 2026 г. в 06:37:14.000
26 март М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының тамаша залында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2026" төбәк-ара конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы уҙғарылды. Республика мәктәптәренең 41 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын берләштереп быйыл конкурс 31-се тапҡыр ойошторолдо. Районыбыҙ данын яҡлаусы- Юлдыбай ауылының М.Б.Әбсәләмов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Кинйәбаева Земфира Марат ҡыҙы барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, "Иң яҡшы биш башҡорт теле һәм әҙәбиәте" уҡытыусыһы исемлегенә инде һәм лайыҡлы 2-се урын яуланы. Еңеүсебеҙҙе ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ! Конкурс дауамына ярҙам иткән Зөлфирә Рауил ҡыҙы Таһироваға, Фирҙәүес Әбделхаҡ ҡыҙы Ҡашҡароваға, Азат Ғәлийән улы Ихсановҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ!

