30 ғинуар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия - интернатында Башҡо...
30 ғинуар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия - интернатында Башҡортостандың милли инновацион һәм күп профилле полилингваль мәктәп директорҙарының 5-се форумы уҙғарылды. Форум сиктәрендә секцияларҙа уҡыу сифатын яҡшыртыу, предпрофессиональ кластар асыу, грант, "Урал батыр мәктәбе", балалар үҙидаралығы, ата-әсәләр менән эш алып барыу буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Көндөң икенсе яртыһында БР мәғариф министры Илдар Марат улы Мәүлетбирҙин менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү үткәреде. Форумдың аҙаҡҡы өлөшөндә былтырғы уҡыу йылына йомғаҡ яһалды, иң яҡшы милли мәктәптәр билдәләнде. Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы ла "Иң яҡшы этномәҙәни дөйөм белем биреү" конкурсы еңеүселәре рәтендә. Башҡорт гимназияһы етәксеһе Айҙар Баязит улы Байсуринды һәм уның коллективын уңыштары менән ҡотлайбыҙ!