Бөгөн, 17 апрель көнө, Ҡашҡар ауылы мәҙәниәт йортонда "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүс... — 16 апреля 2026 г. в 15:32:52.706
Бөгөн, 17 апрель көнө, Ҡашҡар ауылы мәҙәниәт йортонда "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсы үтте. Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары үҙ йәш категорияһында эпосты яңғыҙ башҡарыусы һәм сәхнәләштереү турҙарында ярышты. Конкурс ысын мәғәнәһендә Рух байрамы булды. Мәртәбәле сарала гимназия уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты.1-се класс уҡыусыһы Юлдыбаева Камила (етәксеһе Мостафина Г. А.) башланғыс кластар араһында еңеү яуланы. 2-се класс уҡыусыһы Алсынова Сафия (етәксеһе Тусалина Р. М.), 5б класс уҡыусыһы Ғәлиәкбәрова Камила (етәксеһе Килдебаева М.И.), 6а класс уҡыусылары Атанбаева Сафия, Мусина Нәфисә, Иҫәндәүләтов Ирхан (етәкселәре Такаева Ә.Ә.) призлы урындар яуланы. "Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы - 2025" регион-ара конкурс номинанты, жюри ағзаһы, һалдат әсәһе Аҡҡужина Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы булдырған "Яугир әсәһе" аҡсалата премияһына 1-се класс уҡыусыһы Юлдыбаева Камила (етәксеһе Мостафина Г. А.) , 2-се класс уҡыусыһы Алсынова Сафия ( етәксеһе Тусалина Р. М.) лайыҡ булды. Йәш сәсәндәребеҙҙе һәм уларҙың етәкселәрен лайыҡлы сығыштары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уныштар теләйбеҙ!

