Бөгөн, 1 октябрҙә, донъялағы барлыҡ оло быуын вәкилдәренә хөрмәт күрһәтеү, уларға иғтиб...
Бөгөн, 1 октябрҙә, донъялағы барлыҡ оло быуын вәкилдәренә хөрмәт күрһәтеү, уларға иғтибар һәм йылы һүҙҙәр әйтеү өсөн матур мөмкинлек. Был көн — уларҙың йәмғиәтебеҙ тормошона индергән өлөшөн, намыҫлы хеҙмәтен һәм аҡыллы кәңәштәрен баһалау өсөн яҡшы сәбәп. Бөгөн — Халыҡ-ара ололар көнө! Хөрмәтле оло быуын вәкилдәре, һеҙҙе күркәм байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер, яҡындарығыҙҙың иғтибарын һәм ҡәҙер-хөрмәтен теләйбеҙ.