16 октябрь — Атайҙар көнө.
16 октябрь — Атайҙар көнө. Атайлы бала — арҡалы бала, ти халыҡ мәҡәле. Атай ҡосағының йылыһын, әсәй ҡулдарының наҙын тойоп, бәхетле баласаҡ кисереүгә ни етә. Бөгөн беҙҙең мәктәптә Атайҙар көнөнә арналған байрам кисәһе үтте. Уҡыусы балалар атайҙарҙы байрам менән ҡотлап, концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Атайҙар интеллектуаль һорауҙарға яуап бирҙе, мәҡәлдәрҙе яҡшы белеүҙәрен иҫбатланы. Кисәнең икенсе өлөшөндә 8-9 класс егеттәренә ҡаршы волейбол уйнап ярышты. Хөрмәтле атайҙар! Һеҙҙе Атайҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Балаларыбыҙға атайҙарына арҡаланып, иркәләнеп йәшәргә яҙһын!