🧑🍳20 октябрь - ашнаҡсылар көнө билдәләнде.💥
🧑🍳20 октябрь - ашнаҡсылар көнө билдәләнде.💥 Ашнаҡсы - оҫталыҡ, эшсәнлек талап итеүсе иң изге һөнәр,сөнки күңел йылыһы һалып бешерелгән ризыҡ ҡына тәмле,татлы һәм файҙалы булып бешә. Беҙҙең мәктәптә ла үҙ эшенең оҫтаһы булған, алтын ҡуллы ашнаҡсылар эшләй. Фаина Ғәйфулла ҡыҙы, Гөлгенә Зиннәт ҡыҙы ике тиҫтә йылдан ашыу балаларҙы татлы ризыҡтары менән һөйөндөрһәләр, яңыраҡ ҡына эш башлаусы Мөршиҙә Рәмил ҡыҙы ла үҙ һөнәрен яратыусы булараҡ танытты. Хөрмәтле ашнаҡсыларыбыҙ! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын! Кәйефтәрегеҙ күтәренке, бешергән аштарығыҙ тәмле булһын, көндәрегеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торһон!