🔥Афарин, Инзилә!🔥
🔥Афарин, Инзилә!🔥 Күренекле яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған «Тәңкәле ҡыҙ» район бәйгеһендә мәктәбебеҙҙең 9- сы класс уҡыусыһы Иҫәнғужина Инзилә икенсе урын яуланы! 👍Төрлө төбәктән йыйылған иң нәзәҡәтле, зирәк аҡыллы, һәләтле һәм телһөйәр ҡыҙҙар араһында икенсе урын яулау- оло мәртәбә!👏 Инзиләне ҙур еңеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!🤝👏 Киләсәктә лә төрлө бәйгеләрҙә еңеүҙәрең күп булһын, ижади ҡомарың һәм дәртең һүрелмәһен, уңыштар һиңә!!!