Фәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу үтте❗ Бөгөн 9- сы класс уҡыусылары ауыл китапханаһына экскурсияға барҙы. Китапханасы Фәниә Зиннәт ҡыҙы уларға мәғлүмәтте тиҙ эҙләп табыуҙың дөрөҫ ысулдары һәм талаптары менән таныштырҙы. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған китапты нисек дөрөҫ һайларға, нимәгә иғтибарҙы йүнәлтергә, әҙәбиәт менән нисек дөрөҫ эш итергә өйрәтте. Был сәфәр уҡыусылар өсөн китаптар донъяһы менән танышыуҙан тыш, бик файҙалы мәғлүмәттәр еткерҙе. Китапхананың белем донъяһына ҙур мөмкинлектәр асыуын, уның файҙаһы тураһында киң мәғлүмәттәр бирҙе. Уҡыусылар ауылыбыҙ ағинәйҙәре туплаған музей менән танышты, боронғо ҡомартҡыларҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны. Уҡыусылар өсөн был сәйәхәт файҙалы һәм фәһемле булды.