27 июнь- Әбдҽлкәрим урта мәктәбендә сығарылыш кисәһе...Хушлашыу... — 28 июня 2026 г. в 02:08:25.663
27 июнь- Әбдҽлкәрим урта мәктәбендә сығарылыш кисәһе...Хушлашыу... Бына инде сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле- бала саҡ менән 11-ҙәр өсөн тормоштарының яңы осоро- йәшлек осрашты... һәм бала саҡ сығарылыш уҡыусылары менән мәңгелеккә хушлашты. Йоҡоһоҙ төндәр, борсолоуҙар, икеләнеүҙәр-былар барыһы ла онотолоп торғандай... Сығарылыш имтихандары ла артта ҡалды. Әммә, күңелдәрҙә шундай сәйер тойғо.... Күҙ йәштәре менән ҡараштар бер-береһенә тоташа. Ошо ҡараштарҙа шатлыҡ осҡондары ла етәһе,сөнки ҙур тормошҡа аяҡ баҫыусы егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡулдарында өлгөргәнлек тураһында таныҡлыҡ!... Һыҙылып ҡына яңы таң ата...Тыныс, яҡты таң... Сығарылыш уҡыусыларын яңы тормош, яңы маҡсаттар, матур хыялдар алға әйҙәй. Уларҙың барыһының да уй-маҡсаттары тормошҡа ашһын, күк йөҙөбөҙ аяҙ,тыныс булһын, уңышлы башланғыстар теләйбеҙ! ...Талғын ғына йылдар үтер, мәктәбегеҙ, тыуған нигеҙ кеүек, осорған ҡошсоҡтарын тағы,тағы осраштырыр. Алдығыҙҙа тормош имтиханы, Хеҙмәт аша барыр юлығыҙ. Алда һеҙҙең төрлө саҡтар булыр, Ысын кешеләр һеҙ булығыҙ! Хәйерле, уң булһын юлығыҙ! Аҡ юл һеҙгә!!!

