Минең олатайым 1924 йылдың 5 февралендә Күгәрсен районының Түләбай ауылында, Моталлапов... — 9 мая 2026 г. в 18:11:52.696
Минең олатайым 1924 йылдың 5 февралендә Күгәрсен районының Түләбай ауылында, Моталлаповтарҙың ғаиләһендә,тәүге мөхәббәт емештәре булып тыуа.Уға Һиҙиәт тип исем ҡушалар. Унан һуң тағы был ғаиләлә Сөнғәт,Хәмзә,Ғиниәт,Әсҡәт,Тәлғәт тигән дүрт малай тыуа. Ғаилә лә иң өлкәне булғас ул ата-әсәһенең ярҙамсыһы була. 14 йәштә генә ул колхозға яланға эшкә сыға.Икенсе Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға, бары 17 генә йәш була. 1942 йылда әрме сафына алына. Бына уның һөйләүе буйынса: -Беҙҙе призывниктарҙы оҙаҡ ваҡыт хәрби эшкә өйрәтеп, тактик һәм атыу буйынса занятиялар үткәрҙеләр -тип һөйләй олатайым. -Бәләкәйҙән сынығып үҫеүем, етеҙ булыуым бынса кәрәкле булып сыҡты. Һиҙиәт Самиғулла улы тиҙ йүгергән, һикергән, шыуышҡан. Олатайым 77-се уҡсылар составында күптән түгел генә дошмандан азат ителгән Орел өлкәһенә әләгә,Дивизия Днепрҙы аша сыға, плацдармда һуғыша. 1943 йылдың 17 ноябренән 18-нә ҡаршы төндә Һиҙиәт Самиғулла улының аяғы ҡаты яралана. Уны һуғыш яланынан бәләкәй генә буйлы Зина исемле медсестра алып сыға һәм санчастҡа килтерә. Һауыҡҡандан һуң Карелияла урынлашҡан боландар егеп фронтҡа төрлө йөк ташыу менән шөғөлләнеүсе 70- се полкҡа ебәрәләр. Бер ваҡыт немец самолеттары килеп сығып бомба ташлайҙар, унда һалдаттар һәм боландар күпләп ҡырыла. Тере ҡалғандарын Мурманск яғына йүнәлтәләр. Ул илдең төньяғында һуғыша, төньяҡ Норвегияны азат иткәндә тағы ла аяғы яралана. Госпиталдә дауаланғандан һуң 4-се Украина фронтына эләгә. Польшала һуғыша. Краков ҡалаһын азат иткәндә өсөнсө тапҡыр яралана. Еңеүҙе ул ошо ҡалала ҡаршылайҙа инде. Артабан Станислав, хәҙерге Ивано-Франковск, урынлашҡан ғәскәр часта хеҙмәт итә. Өс тапҡыр яраланған булараҡ, уны 1946 йылдың апрелендә демобилизациялайҙар. Әммә ул ҡул ҡаушырып ултырмай. Мораҡ ауылында һөнәрселек-техник училищеһында өс айлыҡ тракторсылар курсын тамамлай. Эш араһында өләсәйем Миңлеямал Ниғмәтшә ҡыҙы менән тормош ҡороп ебәрәләр. Олатайым "Сеятель" колхозында 30 йылға яҡын тракторист була, ҡалған йылдарын умартасы, ырҙың табағы мөдире булып эшләй. Өләсәйем һауынсы булып эшләй, ул тыл ветераны ине. Өләсәйем менән олатайым 6 ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Хәҙер ул үҫтергән балалар күптән инде үҙҙәре олатай, өләсәйҙәр. 60 йылдан ашыу бергә тормош көттөләр, оло булыуҙарына ҡарамаҫтан кәртә тултырып мал аҫранылар, баҡсала йәшелсә үҫтерҙеләр, бал ҡорттары тоттолар. . Эх, хәтирәләрҙә генә ҡалдылар шул олатайым менән өләсәйем. Хаманда иҫемдә апайым менән йүгерешеп бара торған инек өләсәйҙәргә, олатайым беҙҙе күреп һәр ваҡыт ҡыуана торған ине. Бергәләшеп күмәкләп өләсәй бешергән тәмле сөсө икмәк, бал менән хуш еҫле мәтрүшкәле сәй эсеүҙәре. Олатайым ҡаты яраланһа ла һуғышта берҙә мыжып ултырманы. Төшөнкөлөккә бирешмәне. Уның һәр ваҡыттағыса кәүҙәһен туры тотоп һалдаттарса атлап йөрөүҙәре хәтерҙә.Һул аяғында ярты мускулы булмай торған ине. 9 май байрамын хәр ваҡыт көтөп ала торған ине, күкрәк тулы миҙалы костюмын кейеп өләсәй менән байрамға йөрөүҙәре лә һаман күҙ алдымда. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы олатайым 83 йәшендә 24 июлдә 2007 йылда арабыҙҙан мәңгелеккә китте. Өләсәйемдә 24 июлдә 2016 йылда донъя ҡуйҙы. Рәхмәт һеҙгә, бәхетле бала саҡ,аяҙ күк йөҙө өсөн! Кузбекова Ильнара, Ихсанова Алсу, 5А класс , Кузбеков Тимур, Ихсанова Камилла 3А класс. #Наследиермц2026рбСвязь

