15 май көнө Өфө ҡалаһы Ҡурсаҡтар театрында “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсына ...
15 май көнө Өфө ҡалаһы Ҡурсаҡтар театрында “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Йылдағыса уҙып килгән был конкурс башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә. Барыһы республиканан 588 эш йыйылған: балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренең 301 эше, 1-4 класс уҡыусыларының 279 эше һәм 8 ғәилә коллективтары эше. Беҙҙең райондан конкурста 5 башланғыс класс уҡыусылары, 4 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм 5 фольклор коллективтары ҡатнашты. Улар барыһы ла “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсының муниципаль этабы еңеүселәре ине. Әкиәтте яңғыҙ башҡарыусылар араһында беҙҙең уҡыусыларыбыҙ юғары һөҙөмтәләр күрһәтте: Асҡар ауылы күп профилле “Хазина” мәктәбе уҡыусыһы Сәйетғәлина Ралина (ет.Дауытова Л.А.) 1 урынға лайыҡ булды, Таштимер ауылы мәктәбе уҡыусыһы Иғдисамов Ғайсар (ет.Ғәбитова В.М.) яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәне өсөн маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Шулай уҡ улар Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы тарафынан еңеүселәр тип билдәләнделәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары, приздар менән бүләкләнделәр. Быйыл конкурс ойоштороусылары әкиәтте яңғыҙ һөйләү һәм сәхнәлләштереүҙән башҡа, яңы номинация индерҙе: башҡорт халыҡтары әкиәтенә яһалма интеллект ярҙамында ҡыҫҡа ғына видеороликтар эшләү. Был номинацияла Балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәре Алтынбаева Айлина (ет.Алтынбаева Р.Р.) һәм Латыпова Йәмилә (ет.Мансурова Р.З.) еңеүселәр тип табылдылар. Конкурста ҡатнашҡан балаларға һәм еңеүселәргә, уларҙың етәкселәренә яңы ижади бейеклектәр, халыҡ мираҫына тоғролоҡ, илһамлы ижад юлдары теләйбеҙ. Туған телебеҙгә һөйөү билдәһе һүнмәһен, һүрелмәһен!