🔥 2026 йылдың 30 апреленән 12 июненә тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелә һәм тү...
🔥 2026 йылдың 30 апреленән 12 июненә тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелә һәм түбәндәге ТЫЙЫУҘАРҘЫ күҙ уңында тота: ✅ ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә, төбәк әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә, запастағы ерҙәрҙә, юлдар буйында, йылға һәм күл зоналарында, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә, баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәрендә, предприятиелар һәм ойошмалар биләмәләрендә, сүплектәрҙә һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарында усаҡ яғыу; ✅ Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдары билдәләгән махсус урындарҙан тыш 1-3-сө хәүефлелек класына ҡараған пиротехника әйберҙәрен ҡулланыу; ✅төрлө тәғәйенләнештәге объекттарҙан һәм ҡоролмаларҙан урман үҫентеләренә тиклемге янғынға ҡаршы арауыҡ биләмәһен, торф ятҡылыҡтары урындарын яғыулыҡ материалдары, сүп-сар, ағас, төҙөлөш һәм башҡа яғыулыҡ материалдары ҡалдыҡтарын туплау өсөн файҙаланыу. ❗️Бынан тыш, янғынға ҡаршы махсус режим осоронда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған кешеләргә ҡарата административ яуаплылыҡ сараһы ҡатылана. Был осорҙа административ штрафтар ике тапҡырға арта: ✅граждандар өсөн - 20 000 һумға тиклем; ✅вазифалы кешеләр өсөн - 60 000 һумға тиклем; ✅ойошма булып теркәлмәйенсә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барған кешеләр өсөн - 80 000 һумға тиклем; ✅ойошмалар өсөн - 800 000 һумға тиклем. 📍️Фото: Рәсәй МЧС-ы.