Милли кейем - биҙәк кенә түгел,
Милли кейем - биҙәк кенә түгел, Рух көсө ул, халыҡ асылы. Йөрәк моңо, аҫабалар ҡаны, Хазинаның иң-иң аҫылы!✨✨✨ 🌷Бөгөн республикала иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе — Милли кейем көнө билдәләнә. Милли кейем –һәр халыҡтың тарихын, йолаларын, йәшәү рәүеше үҙенсәлектәрен сағылдырған мәҙәни һәм рухи мираҫы. Бөгөнгө байрам халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәтенә тағы ла бер тапҡыр мөрәжәғәт итергә, мәҙәни-рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлап, үҫеп килеүсе быуынға бөтә матурлығында күрһәтергә, тапшырырға мөмкинлек бирә. Милли кейем көнө менән! #учусьвнациональномкостюме #милликейемдәуҡыйбыҙ #МиллиКейемКөнө2026 #ДеньНациональногокостюма2026
Канал в каталоге Максиметера
832 подписчиков · Школы и вузы