«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсының зона этабы Әлшәй районында үтте. — 29 апреля 2026 г. в 07:29:43.532
«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсының зона этабы Әлшәй районында үтте. Район этабында еңеү яулаусылар республиканың зона этабында үҙ көсөн һынап ҡараны. Ун район ҡатнашҡан конкурсанттар араһынан эпосты яттан һөйләүселәр араһында Дәүләкән ҡалаһынан лицей интернаты уҡыусыһы Солтанғәлина Индира(етәксеһе Әхтәмова Гөлшат Йәдкәр ҡыҙы) ll урын яуланы.Ниғмәтуллин а Камилла, (етәксеһе Әхмәтова Г. Й.) лицей интернаты уҡыусыһы һәм 4-се лицей уҡыусыһы Садиҡов Данис (етәксеһе Ниғмәтуллина Н. М.) әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Диплом менән бүләкләнде. Афарин, балалар һәм етәкселәре👍👍👍 Киләсәктә эпосты яттан һөйләй алған, йөкмәткеһен белгән йәш сәсәндәр һаны артыр, сөнки “Урал батыр» эпосы ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы, ауыҙ - тел ижадының ынйыһы ул. Халҡыбыҙҙың күркәм хазинаһын һаҡлау, уның йөкмәткеһен белеү, киләсәк быуынға тапшырыу беҙҙең бурысыбыҙ.

