️Март айына һынамыштар.
️Март айына һынамыштар. 💧Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә. 💧Март ҡояшлы һәм йылы булһа, яҙ шундай уҡ килер. 💧Ҡар яуһа, икмәк уңыр. 💧Йылы ел иҫһә – ямғырлы йәйгә. 💧Ел төнъяҡтан иҫһә, йәй һалҡын килер. 💧Мартта буран булып, көрттәр хасил булһа, йәшелсә уңыр. 💧Марта ҡарғалар оя-оя осоп, уҡ булып аҫҡа атылһалар – ҡар көтөгөҙ. 💧Оҙон боҙборсаҡтар – яҙҙың оҙаҡ һуҙылыуына. 💧Ҡыр ҡаҙҙары бейектән осһа, һыу күп, түбәндән осһа – аҙ була. 📌Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!