❄️Ҡарҙан ысын шедеврҙар!
❄️Ҡарҙан ысын шедеврҙар! ❄️ Амур өлкәһендә йәшәүсе өлкән йәштәге ир легендар совет техникаһын ижад итә! ❄️78 йәшлек Юрий Потапчук һөнәре буйынса скульптор булмаһа ла, уның ҡарҙан эшләгән эштәре камиллығы менән хайран ҡалдыра! ❄️Ул совет машиналарын һәм техникаһын ысынбарлыҡтағы кеүек итеп эшләй. ❄️Юрий Потапчук ҡарҙан легендар совет автопромы ГАЗ М-1 автомобилен, 1:1 масштабында Т-34 танкын һәм билдәле «Эмка»ны (1932 йылғы) һынландырған. ❄️Хатта 30 градуслы һыуыҡтар ҙа ҡурҡытмай уны! Был эште ул күңел өсөн, урындағы халыҡты һәм өлкә ҡунаҡтарын ҡыуандырыр өсөн башҡара. 📌Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ! Сығанаҡ:"Сәләм" телеканалы