8 июнь «Урал батыр» эпосы көнө. Шул айҡанлы конкурс иғлан итәбеҙ! — 27 мая 2026 г. в 03:12:02.958
8 июнь «Урал батыр» эпосы көнө. Шул айҡанлы конкурс иғлан итәбеҙ! ✨ «Урал батыр» эпосындағы геройҙарҙы яңыса күҙ алдына килтерәйек. Нимә эшләргә? - Яһалма интеллект (ИИ) ярҙамында эпос геройҙарын һүрәтләгеҙ; - Геройҙы «йәнләндерегеҙ»: ҡыҫҡа видео йә анимация эшләгеҙ; - Эшегеҙҙе беҙҙең төркөмгә «тәҡдим итеү» бүлегенә ебәрегеҙ. Исем-шәрифегеҙҙе яҙырға онотмағыҙ! 🎁 Бүләктәр: — башҡортса өҫтәл уйындары; — БашФонд фирмалы термостары. 🏆 Еңеүселәрҙе 10 июндә иғлан итәбеҙ. Әйҙәгеҙ, «Урал батыр» геройҙарын заманса форматта бергәләп тергеҙәйек! #БашФонд #БашҡортТеле

