🇷🇺 Бөгөн Дәүләт флагы көнө. — 22 августа 2026 г. в 04:52:42.134
🇷🇺 Бөгөн Дәүләт флагы көнө. Байраҡтағы аҡ төҫ – тыныслыҡ, сафлыҡ, намыҫлыҡ һәм камиллыҡты, күк– тоғролоҡ һәм тотороҡлоҡто, ҡыҙыл төҫ – энергия һәм көстө, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра. Рәсәй флагы— берҙәмлек символы. Ошо уңайҙан ҡала һәм ауылдарҙа төрлө саралар уҙа. 🤍💙♥️ 1991 йылдың 22 авгусында Мәскәүҙә Хөкүмәт йорто ҡыйығына аҡ-зәңгәр- ҡыҙыл төҫтәге байраҡ күтәрелә. Шулай итеп, 75 йылдан һуң ҡыҙыл флаг урынына Рәсәйҙең тарихи, 3 төҫтәге әләме ҡайта. Ил президенты 22 августы Рәсәй флагы көнө тип рәсми билдәләү тураһындағы Указға 1994 йылда ҡул ҡуйҙы.

