⚡️Балалар бата... Иғтибарҙы кәметмәгеҙ! — 24 мая 2026 г. в 13:28:27.694
⚡️Балалар бата... Иғтибарҙы кәметмәгеҙ! Эҫе көндәр башланыуға кешеләр тәбиғәткә тартылды. Һыу инә лә башланылар. Һәм... батыусылар ҙа бар. ❗️Һыу инеү миҙгеле, тикшерелгән хәүефһеҙ пляждар 1 июндә генә асыласаҡ. Балалар менән хәүефһеҙлек тураһында һөйләшегеҙ, аңлатығыҙ. Бергәләп йылға-күл буйына барһағыҙ, балаларҙан бер минутҡа ла күҙ яҙлыҡтырмағыҙ. ⛔ «Һыу инеү тыйылған» тигән табличка эленгән урында һыуға төшмәгеҙ! ✅ Сығанаҡ: МЧС.

