⚡️⚡️⚡️Тракторсыны йәшен атып үлтергән — 7 июля 2026 г. в 15:52:04.107
⚡️⚡️⚡️Тракторсыны йәшен атып үлтергән Эҫе көндәр йәшенле ямғырҙар менән бергә килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшен - хәүеф сығанағы ла. Әле Саҡмағош районынан ҡурҡыныс хәбәр билдәле булды: йәшен ир-егетте атып үлтергән. 47 йәшлек ир үҙе эшләгән тракторҙа ер эштәре менән шөғөлләнгән. Транспорт сараһының ҡыйығы булмаған, ә үҙе тимер ултырғыста ултырған. 😭Йәшен башланғас, ул күрәһең, йәшенеп өлгөрмәгән. Ул фажиғә урынында йән биргән. Урынға тәфтишсе килгән, ул суд-медицина экспертизаһын билдәләгән. Тикшереү дауам итә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә‼️‼️Ҡалала һәм тәбиғәттә йәшен ваҡытында: ✅Фатирҙарҙың һәм йорттарҙың тәҙрәләрен ябығыҙ, быялаһыҙ балкондарҙан әйберҙәрҙе алып ҡуйығыҙ. ✅Урамда реклама таҡталарын, ныҡлап беркетелмәгән конструкцияларҙы, электр тапшырыу линияларын һәм бейек ағастарҙы урап үтегеҙ. Улар аҫтында ямғырҙан йәшеренеп ҡалыу үлемгә килтереүе ихтимал! ✅Һыу ятҡылыҡтары янында булмағыҙ һәм йәшен ваҡытында электр приборҙарын ҡулланмағыҙ.

