❗❗❗Уҡыусылар, ата-әсәләр иғтибарына❗❗❗❗❗ — 25 июня 2026 г. в 06:16:55.811
❗❗❗Уҡыусылар, ата-әсәләр иғтибарына❗❗❗❗❗ ҺЫУ ИНЕҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ - рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инергә кәрәк. Һыу инеүҙе тыйған билдә күрһәң, унда туҡтап та торма; - һыу буйына ата-әсә, өлкәндәр менән барыу хәйерле. Хатта һәйбәт йөҙһәң дә, өлкәндәрһеҙ һыу буйына аяҡ та баҫма; - йөҙә белмәһәң йә насар йөҙһәң, һауа тултырылған ҡулса, жилек йә ең ҡулланырға кәңәш ителә; - таныш булмаған урынға сумырға ярамай. Һыу төбөндә ағас тамыры, таш, батҡан ағас, башҡа көтөлмәгәнлектәр ҡасып ятыуы ихтимал; - ҙур һыуҙарҙа һыу инеү урындарын буйҙар менән кәртәләп ҡуялар. Буйҙар артына сығыу тыйыла. Унда үтә тәрән йә һыу бик һалҡын булыуы ихтимал, бәлки, суднолар ҙа йөрөйҙөр; - моторлы кәмәләргә, катерҙарға һәм башҡа йөҙөү сараларына яҡынлашма; - эргәңдәге бала-сағаны һыуға этмә, йөҙгәндә аяғынан тотма, аяҡ етмәгән урында башҡаларҙың йөҙөүен тотҡарлап йәбешмә – был уларҙың батыуына йә зыян күреүенә сәбәп булырға мөмкин; - бейек ярҙан, катерҙан, кәмәнән, сумыу өсөн ҡулайланмаған башҡа урындан һыуға һикермә; - ныҡ һалҡын һыуҙа (+18 градустан түбән), көслө ағымлы урында, ел-дауыл, ҡойма ямғыр, йәшен ваҡытында, шулай уҡ төнгө ҡараңғыла һыу инеү тыйыла; - ашағандан һуң 45-50 минут үткәс кенә һыуға төшөргә ярай. Тән бик ҡыҙған, тирләгән булһа йә ныҡ арығанда ла һыу инергә тәҡдим ителмәй; - хәлһеҙ булһаң, ҡалтырап өшөй башлаһаң, аяҡ-ҡулыңды көҙән йыйырһа, һыуҙан сыға һалырға һәм эргәңдәге өлкәндәргә хәбәр итергә кәрәк; - һыу инеү ваҡыты 30 минуттан артмаһын, һыу һалҡын булһа, 5-6 минут та еткән; - ҡояш ныҡ ҡыҙҙырғанда тәнгә махсус һаҡлағыс крем һөртөргә була; - һыуҙа саҡта аяҡты көҙән йыйырһа, арҡаға ятырға, көсөргәнмәҫкә, тынысланырға һәм ҡулдар менән генә яр яғына йөҙөргә кәрәк.

