Ҡотлобаевтарҙың ҡотло ғаиләһе🌺 — 15 января 2026 г. в 16:14:17.164
Ҡотлобаевтарҙың ҡотло ғаиләһе🌺 ✅Башҡортостанда 2026 йыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Яңы йыл менән ҡотлағанда белдергәйне. Һәм Даирә гәзитенең архивынан ауылыбыҙҙың күркәм ғаиләләренең береһе Ҡотлобаевтар тураһындағы мәҡәләне тағы һалырға булдыҡ. ✨Районыбыҙҙа матур итеп йәшәгән күп балалы ғаиләләр осрап тора. Малай ауылынан Зөлфиә Ташморат ҡыҙы һәм Радик Фәим улы Ҡотлобаевтар ҙа - биш бала тәрбиәләүсе матур ғаиләләрҙең береһе. Ғаилә башлығы ошо ауылдан булһа, хужабикә Үзбәкстан яҡтарында үҫә. Еткән ҡыҙҙы әсәһенең тыуған ауылындағы егеткә димләйҙәр. Йәштәр тәү күреүҙән бер-береһен оҡшатып, тормош ҡороп ебәрә һәм матур итеп йәшәп китә. Уларҙың тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы балалары донъяға килә. - Ишле ғаилә булдырыуҙан ҡурҡманыҡ. Һәр сабыйыбыҙҙың донъяға килеүе һөйөнөслө ваҡиға булды. Мәшәҡәттәр етерлек булһа ла, балалар биргән шатлыҡтар күберәк. Улар ҡул араһына ингәс, һәр береһенә тәғәйен бурыс йөкмәтелде. Өлкәнерәктәре кесерәк туғандарын ҡарашты, йорт эштәрендә булышты, - тип һөйләне Зөлфиә Ташморат ҡыҙы. Тәүҙә Ҡотлобаевтар ата-әсә йортонда йәшәйҙәр. Шунан тырышып, кирбестән ҙур йорт һалып сығалар. Нур бөркөлөп торған өйҙәрендә һәр кемгә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырыла, һәр баланың үҙ мөйөшө бар. Әйткәндәй, ғаилә башлығының күп эш ҡулынан килә – төҙөлөш буйынса ла оҫта, техникаға ла маһир. Ул тәүҙә колхозда механизатор була, артабан Ҡабаҡта кирбес заводында эшләй. Унда эшләгәндә сәләмәтлегенә зыян килеп, хәҙер инде шәхси хужалыҡтарында мал ҡарау менән мәшғүл. Был пар үҙ тырышлыҡтары менән етеш донъя ҡорған, үҙҙәренә кәрәгенсә мал, ҡош-ҡорт аҫрап көн күрәләр. Хәстәрлекле һәм бөтмөр хужабикә өйҙә йәм һәм йылылыҡ булдырыу өсөн тырыша. Аш-һыуға, донъя көтөүгә оҫта ҡатын иренең бар эштәрендә терәк һәм кәңәшсе лә булып тора. Ҡотлобаевтар балалары етеш йәшәһен һәм бәхетле булһын өсөн бар көстәрен һала. Тырышһаң, донъя алға бара, тормош етеш, өҫтәл мул була. Ни тиһәң дә, уңғандарға уңыш, бәрәкәт йылмая. Был ғаиләлә һәр йәһәттән ныҡлы тәртип булдырылған, атай-әсәй абруйы, балаларҙы ҡәҙерләү хакимлыҡ итә. Ғәҙәттә, ишле ғаиләлә балалар эшһөйәр, берҙәм, ярҙамсыл булып үҫә. Ҡотлобаевтар ғаиләһендә лә егет-ҡыҙҙар тырыш, яуаплы, үҙ-ара татыу, ата-әсәнең ҙур ярҙамсылары булыуҙары менән айырылып тора. Улдары Биктимер бесән, утын эшләгәндә аталарының уң ҡулы булһа, ҡыҙҙар ҙа әйткәнде көтөп тормай, үҙ белдектәре менән эштәрҙе башҡарырға күнеккән. Мәҫәлән, баҡсаларында үҫтергән йәшелсәләре мул уңыш бирһен өсөн бар ғаилә ағзаһы ла тырыша: бергәләшеп сүптәрен утайҙар, һыу һибәләр. Ә хәҙер инде ҡышҡылыҡҡа помидор, ҡыяр, ҡабаҡ һәм башҡаны ябып та ҡуйғандар. Өлкәндәре Биктимер Өфө ҡалаһындағы заводтарҙың береһендә иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Фирүзә “Ислам” институтының 2-се курсында белем ала. Улар яҡшы итеп һүрәт төшөрәләр. Динара - Стәрлетамаҡ ҡалаһында медицина колледжының 1 курсында, Мәҙинә быйыл иһә 9-сы синыфты тамамлап, уҡыуын юрист һөнәренә бағышларға уйлап тора, Мәликә 6-сы класта уҡый. Улар уҡыуға шәптәр. Балаларын төрлө эшкә өйрәтеп, хеҙмәт менән тәрбиәләгән Ҡотлобаевтар ял итергә лә форсат таба, уларҙы иҫтәлекле, йәнле итеп уҙғарырға тырыша. Бергәләшеп тәбиғәт ҡосағына сығалар, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының мауыҡтырғыс урындарына баралар. Бына шундай ябай ҙа, үҙенсәлекле лә ишле ғаилә йәшәй Малай ауылында. Алдағы көндәрҙә лә йорттарында йылылыҡты һүндермәйенсә, балаларын лайыҡлы кешеләр итеп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырһындар, оло тормош юлына сығарһындар һәм артабан да балалар шатлығында тик бәхеттәргә төрөнөп йәшәһендәр

