📻 Бөгөн - Радио көнө. Байрам менән, ҡәҙерле юлдаштар! — 7 мая 2026 г. в 05:06:58.060
📻 Бөгөн - Радио көнө. Байрам менән, ҡәҙерле юлдаштар! Йылдар үтә, заманалар үҙгәрә, әммә "Юлдаш" үҙ исеменә тоғро ҡалып, һәр ваҡыт һеҙҙең янда. Иртәнге сәй эскәндә, руль артында оҙон юлға сыҡҡанда, баҫыуҙа, эштә йәки өй мәшәҡәттәре менән булышҡанда — беҙ һеҙҙең менән бергә. Ҡәҙерле тыңлаусыларыбыҙ, беҙҙе һайлағанығыҙ, тулҡындарыбыҙға көйләнгәнегеҙ, шылтыратып, хаттар яҙып, беҙҙең менән ҙур бер татыу ғаилә булып йәшәгәнегеҙ өсөн ҘУР РӘХМӘТ һеҙгә!

