📚 Бөгөн – Бөтә донъя китап һәм авторлыҡ хоҡуғы көнө. — 23 апреля 2026 г. в 05:28:50.282
📚 Бөгөн – Бөтә донъя китап һәм авторлыҡ хоҡуғы көнө. Уны йөҙҙән ашыу илдә билдәләйҙәр. Ошо көндө китаптың баш ҡалаһын һайлайҙар. Ул китап нәшриәтен һәм уҡыуҙы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн бер йылға был исемде ала. Һайлап алыуҙы ЮНЕСКО һәм халыҡ-ара китап нәшриәте ойошмалары үткәрә. Башҡортостанды икенсе йыл рәттән Рәсәйҙең иң күп уҡыған төбәктәренең береһе тип таныйҙар. Өфөлә быйыл 4-се “Китап-Байрамы” халыҡ-ара йәрминкә үтә. Саралар 28-30 майға планлаштырылған. “Китап-Байрамы” республиканың барлыҡ муниципалитеттарын үҙ эсенә ала. Улар ҡала һәм райондарҙың төп ваҡиғаларын берләштерә.

