Бөгөн Рәсәй халҡы Виктор Цойҙы иҫкә ала. — 21 июня 2026 г. в 11:33:45.050
Бөгөн Рәсәй халҡы Виктор Цойҙы иҫкә ала. Беҙҙең арала булһа, уға 64 йәш тулыр ине. Виктор Цой 1962 йылда Ленинградта тыуа. Үҫмер сағынан “Алтынсы палата” төркөмөндә уйнай башлай. 1981 йылда “Кино” төркөмө ойошторола. Цой уның лидеры булып китә. Виктор Цой 1990 йылдың апрелендә Өфөлә сығыш яһай. Ул өс көндә 8 концерт ҡуя. Тамашаларҙың барыһы ла ҙур уңыш менән үтә. Виктор Цой 1990 йылдың 15 августында юл ҡазаһында һәләк була. Бөгөн Рәсәй ҡалаларында, шулай уҡ Өфөлә йырсыға бағышланған саралар үтә.

