👩🏼🏫Уҡытыусы булыу – оло бурыс, — 23 декабря 2025 г. в 06:04:15.962
👩🏼🏫Уҡытыусы булыу – оло бурыс, Яуаплылыҡ йөкмәү иңеңә, Ҡанатланып, арыу-талыу белмәй, Хеҙмәт итеү тыуған илеңә. ❤️ Беҙҙең мәктәп уҡытыусылары һәр яҡтан да өлгөр. Ял көнөн ял тимәй, һә тигәнсе йыйылып махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә туҡмас киҫеп, бауырһаҡ бешереп, шәмдәр ҙә эшләп өлгөрҙөләр. Ярҙамға балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы Исмәғилева Л.Р., ауыл китапханасыһы Мурзакамалова О.А., мәктәп ашханаһы хеҙмәткәрҙәре Ғәлимова З.В., Вәлшина Д.М., Фазлыева А. килде. Шулай уҡ мәктәптә эшләп килгән “Движение первых” йәштәр йүнәлешенең балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең башланғыс бүлексәһе Первичное отделение МОБУ ООШ с.Мечетлино «СоюZ» активистары ла ситтә ҡалманы. ✅Әҙерләнгән әйберҙәр 19 декабрҙә райондан 38-се тапқыр киткән гуманитар ярҙамды ойошторған Хуснуллин Р.Н. аша ебәрелде🙏 https://vk.com/wall-128648394_1227

