Йылытыу миҙгелендә янғын осраҡтарының төп сәбәбтәренең береһе булып мейес менә... — 27 января 2026 г. в 08:55:19.676
Йылытыу миҙгелендә янғын осраҡтарының төп сәбәбтәренең береһе булып мейес менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү тора. Ут сыҡмаһын өсөн ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ: Йылытыу ҡорамалдарының төҙөклөгөн ныҡлап тикшерегеҙ. Төтөн юлын һөрөмдән, сүптән таҙартығыҙ. Был эште өс айға бер тапҡыр ҡабатларға; Иҙәндә, мейес алдында 50х70 сантиметр ҙурлығында тимер беркетелһен. Мейесте артыҡ ҡыҙыу яҡмағыҙ. Тоҡандырылған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уны ҡарауҙы балаларға йөкмәтмәгеҙ. Ут тоҡандырырға бензин, кәрәсин һәм башҡа тиҙ тоҡаныусан шыйыҡса ҡулланмағыҙ. Мейескә яҡын утын, кейем, аяҡ кейеме һәм башҡа әйбер киптермәгеҙ. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы бәлә- ҡазаларҙан һаҡлағыҙ!

