Башҡортостанда быйыл талпан ҡаҙалыу осраҡтары бар. — 15 апреля 2026 г. в 05:08:46.019
Башҡортостанда быйыл талпан ҡаҙалыу осраҡтары бар. Медицина учреждениеларына тиҫтәгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте тәбиғәт сыҡҡанда кейемде дөрөҫ һайларға, талпанға ҡаршы препараттар ҡулланырға кәңәш итә. Талпан ҡаҙалһа, уны нисек сығарырға беләһегеҙме? Тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булығыҙ!

