Хөрмәтле райондаштар! — 3 декабря 2025 г. в 16:14:35.776
Хөрмәтле райондаштар! Район биләмәһендә янғын сығыу осраҡтары йышайҙы. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү ғаиләләрҙе йортһоҙ, мөлкәтһеҙ ҡалдыра. Һуңғы ике янғын осрағында ла, мәҫәлән, ут сығыу сәбәбе булып йортта электр көнкүреш приборҙарын ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тейешле иғтибар бирмәү һәм үтәмәү тора. Өйөгөҙҙә янғын сығыуға сәбәпсе булмаһын тиһәгеҙ, электр ҡорамалдарының төҙөклөгөн даими тикшереп тороғоҙ. Янғын хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләрен онотмағыҙ һәм үтәгеҙ! Электр приборҙарын ҡулланғанда изоляцияһы боҙолған электр үткәргестәр файҙаланыу тыйыла. Электр приборҙарын тиҙ янып китә торған әйберҙәргә яҡын ҡуймағыҙ. Шулай уҡ газ баллондарын, бензин, кәрәсин һәм башҡа тиҙ ҡабыныусан шыйыҡсаларҙы йорт эсендә, соландарҙа һәм өйгә яҡын урындарҙа һаҡлау ҡәтғи тыйыла. Өйҙән сығып киткәндә барлыҡ электр приборҙарын һүндерергә онотмағыҙ. Электр селтәрендә артыҡ көсөргәнеш тыуҙырырлыҡ бер нисә ҡеүәтле электр ҡулланыусы ҡорамалдарҙы (эш ҡоралдары, электр плитаһы, электр камины, сәйнүк һ.б.) электр селтәренә бер юлы тоташтырмағыҙ. Оҙонайтҡысты (удлинитель) ҡулланғанда уны уралған килеш ҡалдырырға ярамай, тулыһынса һуҙырға кәрәк. Юғиһә тиҙ арала сымы ҡыҙып, янғын хәүефе тыуҙырасаҡ. Электр көнкүреш приборҙарының һатып алғанда сифатына ныҡлы иғтибар итегеҙ. Электр үткәргестәрҙең изоляцияһы янып киткән осраҡта беренсе сиратта селтәрҙән электр утын өҙөргә кәрәк. Йортоғоҙҙа янғын иҫкәртеүсе ҡоролмалар алып ҡуйығыҙ, ваҡытында уларҙың да төҙөклөгөн ҡарап тороу, тикшереү мотлаҡ. Яңы йыл байрамдарында һәм уға әҙерлек ваҡытында ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ. Шыршы биҙәгәндә, гирляндалар, фейерверктар менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ, уларҙың сифатына иғтибар итегеҙ, ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Балаларға пиротехника менән шаярыуға юл ҡуймағыҙ. Янғын осрағында “101”, “112” һандарына шылтыратығыҙ. Иғтибарлы булығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлағыҙ!

