Бөгөн беҙ республикабыҙҙың иң сағыу байрамдарының береһе - Милли кейем көнөн билдәләйбе...
Бөгөн беҙ республикабыҙҙың иң сағыу байрамдарының береһе - Милли кейем көнөн билдәләйбеҙ. Ошо көн уңайынан беҙҙең 5-се мәктәптә лә төрлө саралар ойошторолдо. Балалар кейеп килгән милли кейемдәр, милли кейем элементтары менән биҙәүестәр был көнгә байрам тантанаһы өҫтәне. Һәр класта милли кейем көнөнә ҡарата класс сәғәттәре, дәрестәр үтте. #учусьвнациональномкостюме #милликейемдәуҡыйбыҙ #МиллиКейемКөнө2026 #ДеньНациональногоКостюма2026