Бөгөн Сибайҙың "Тыуған яҡты өйрәнеү музейында" рухи байлығыбыҙҙың тере хазинаһы — «Урал... — 8 июня 2026 г. в 14:51:17.172
Бөгөн Сибайҙың "Тыуған яҡты өйрәнеү музейында" рухи байлығыбыҙҙың тере хазинаһы — «Урал батыр» эпосына арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарылды! Башҡорт халҡының бөйөк мираҫын, уның боронғо тарихын һәм мәңгелек ҡиммәттәрен барлау маҡсатында ойошторолғайны был сара. Осрашыуҙа иғтибар менән ихтирамлы спикерҙар: Фуат Мырҙағәле улы, Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы,Айбулат Алик улы һәм Нәйлә Азамат ҡыҙын оло ҡыҙыҡһыныу менән тыңланыҡ. Был сарала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм эпосҡа битараф булмағандар ҡатнашты. Кәңәшмә барышында «Урал батыр»ҙың: * Тәрбиәүи әһәмиәте: эпостағы изгелек, батырлыҡ, тыуған ергә һөйөү кеүек төшөнсәләрҙең бөгөнгө быуын өсөн ни тиклем мөһим икәнлеге хаҡында фикер алыштыҡ. * Фольклористика өлкәһендәге тикшеренеүҙәр: эпосты өйрәнеүҙең яңы ысулдары һәм асыштары тураһында һүҙ барҙы. * Киләсәккә пландар: эпосты мәктәп программаһында ғына түгел, ә киң йәмәғәтселеккә таратыу, төрлө проекттар аша популярлаштырыу юлдары билдәләнде. Был сара — халҡыбыҙҙың рухи тамырҙарына тағы ла бер тапҡыр юл ярыу булды. Тарихыбыҙҙы белмәйенсә, киләсәккә юл юҡ. Бергәләп башҡорт халҡының мәңгелек мираҫын һаҡлайыҡ!

