⭐Ветерандар транспортта бушлай йөрөй ала — 7 мая 2026 г. в 00:51:49.941
⭐Ветерандар транспортта бушлай йөрөй ала Еңеү көнө алдынан “Башавтотранс” акционерҙар йәмғиәте Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары өсөн транспортта бушлай йөрөүҙе ойоштора. 2026 йылдың 8 майынан 11 майға тиклем ветерандар предприятие хеҙмәтләндергән ҡала һәм ҡала яны муниципаль һәм муниципаль-ара маршруттар буйлап йөрөгән транспортта бушлай йөрөү хоҡуғына эйә. Был хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Сығанаҡ: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

