📖 Бөгөн, 5 февраль, Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкә... — 5 февраля 2026 г. в 10:45:58.703
📖 Бөгөн, 5 февраль, Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика конкурсының киләһе һынауы дауам итте. Конкурсанттар “Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы”нда осрашты. ✅Баймаҡ ҡалаһы «Толпар» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Әбүдәр ҡыҙы ата-әсәләр алдында тәҡдим ителгән темаларға әңгәмә ҡорҙо, баланы тәрбиәләү, тел мәсьәләләре буйынса үҙҙәренең педагогик тәжрибәләре менән уртаҡлашты. 🔔Жюри ағзалары конкурсанттың әңгәмәне педагогик маҡсатлы итеп ҡороуы, әңгәмәгә дөрөҫ йүнәлеш биреүе, ата-әсәләр алдында үҙ позицияһын, профессиональ ҡарашын белдерә алыуын, практик тәжрибәне ҡуллана белеүен баһаланды. 💯Оло бәйгегә йөрьәт итеп сыҡҡан тәрбиәсебеҙгә артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ.

